Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
  • Урта диңгеҙҙә һуңғы өс көндә генә ике йөҙҙән ашыу ҡасаҡ батып үлгән. Был турала миграция буйынса халыҡ-ара ойошма хәбәр итте. Йыл башынан диңгеҙҙе йөҙөп сығырға теләгән меңдән ашыу кешенең ғүмере өҙөлгән. Халыҡ-ара ойошмалар ашығыс саралар күрергә саҡыра.
  • Австрия үҙ сиктәрен нығытырға ниәтләй. Быға тиклем Германия Австрия сигендә ҡасаҡтар лагерҙары ойошторорға ҡарар иткәйне. Рәсми Вена был ҡарарҙы тәнҡитләп, легаль булмаған мигранттар, ысынбарлыҡта, Австрия биләмәһендә тупланасаҡ, тип белдерҙе. Австрия етәкселеге Берлиндан аңлатма көтә.
  • Дәүләт Думаһы комитеты Сит ил агенттары тураһындағы законға үҙгәрештәр индереүҙе хупланы. Хәҙер был статусҡа юридик шәхестәр генә түгел физик шәхестәр эйә була ала.
  • Америка конгрессмендары Рәсәйгә килде. Был сәфәрҙең төп маҡсаты-парламент-ара бәйләнештәрҙе тергеҙеү. Санкт-Петербургтағы коллегалары менән осрашҡандан һуң уларҙы Мәскәүҙә Рәсәй сит ил эштәре министры Сергей Лавров ҡабул итте.