Закон боҙоуҙарға ныҡлы кәртә

Тулыраҡ: Закон боҙоуҙарға ныҡлы кәртә

Халыҡ менән ихлас аралашыу, закондарҙы яҡшы белеү һәм һүҙ тейҙермәҫлек ғәҙел булыу. Мәғариф өлкәһендә коррупцияға юл ҡуймаҫ өсөн һәр хеҙмәткәр ошо талаптарҙы үтәргә бурыслы. Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында тармаҡта закон боҙоуҙарҙы иҫкәртеү мәсьәләләренә арналған ғилми-белем биреү семинары үтте.Республика мәғариф министрлығы исеменә килгән ялыуҙарҙың күбеһе ата-әсәнән аҡса йыйыу тураһында. Ялыуҙарҙың яртыһы аҡсалата иғәнәләрҙең мәктәп биналарын төҙөкләндереү маҡсатында, өстән бере уҡыу кәрәк-яраҡтары менән дәреслектәр алыуға, ҡалғаны уҡытыусыларға бүләк бирер өсөн йыйылғаны асыҡланған. Башҡортостандың мәғариф өлкәһен күҙәтеү идаралығы етәксеһе Айбулат Хажин белдереүенсә, үткән йыл ярым арауыҡта бындай мөрәжәттәр һаны 56-ға еткән. Мәғариф өлкәһендәге коррупцияға ҡаршы көрәште һөҙөмтәле алып барыр өсөн уны ойошҡанлыҡ менән башҡарыу зарур. Семинарҙа ҡатнашыусылар коррупцияға ҡаршы закон боҙоу осраҡтарына баһа биреп, бындай хәлдәрҙе иҫкәртеү саралары тураһында фекер алышты.Ғилми-белем биреү семинарында коррупцияға ҡаршы көрәш тураһындағы законды боҙоу осраҡтарына хоҡуҡи баһа бирелде. Республиканың мәғәриф ойошмалары вәкилдәре өлкәлә коррупцияны иҫкәртеү буйынса үҙҙәре тәҡдим иткән проекттарҙы яҡлап Академияның сертификатына лайыҡ булды. Кәңәшмәнең төп маҡсаты – мәғариф өлкәһендә коррупцияға юл ҡуймаҫ өсөн хеҙмәткәрҙәрҙең һөнәри оҫталығын камиллаштырыу ғына түгел, ә учреждение етәкселәре һәм педагогтарҙың закондарҙы яҡшы белеүенә һәм законға индерелгән үҙгәрештәр тураһында ентекле мәғлүмәт биреүгә булышлыҡ итеү.