Максимовка ауылындағы йорттарҙы һәм ихаталарҙы һыу баҫҡан

Тулыраҡ: Максимовка ауылындағы йорттарҙы һәм ихаталарҙы һыу баҫҡан

Яҡында ғына яңы биналар һәм торлаҡ төҙөлә. Зыян күргән хужалар һыу баҫыуҙа төҙөүселәрҙе ғәйепләй.

Зәбир Ғәниев быйыл картуфты ике тапҡыр ултыртҡан. Әммә, уныһы ла яҡшылап үҫмәйәсәк. Сөнки, ярты баҡса һыуҙа, ә ҡалғаны ҡойола ята. Ишле ғаилә башлығы быйыл уңышһыҙ ҡалыуҙан ҡурҡа.

Максимовка ауылы уртаһында ҡасандыр күл булған. Бер-нисә йыл элек уны күмгәндәр һәм йорттар төҙөй башлағандар. Яңы барлыҡҡа килгән “Сик буйы һаҡсылары” урамында һыу ағыҙыу системаһын төҙөргә теләмәгәндәрме, әллә, баштары етмәгәнме — береһе лә аныҡ яуап бирә алмай. Һөҙөмтәлә, ямғыр һәм ер аҫты һыуҙары Мечников һәм Сосновская урамдарына ағып төшкән. Картуфлыҡты тәлмәрйендәр үҙ иткән. Бында балыҡтар үрсетергә лә мөмкин, тип белдерә баҡса хужалары. Ә һыуҙың тәрәнлеге урыны менән тубыҡҡа етә яҙа. Бындай хәл бер-нисә ихатала күҙәтелә.

Йорт хужаларының хатта эсергә һыуы ла юҡ. Сөнки, ҡоҙоҡтарына бысраҡ һыу ингән. Ҡайһы бер өйҙәр әле һаман һыу эсендә, һөҙөмтәлә, баҙҙа ла һыу ҡала һәм диуарҙар дым тарта. Бер-нисә ай элек Максимовка ауылында йәшәүселәр урындағы хакимиәткә мөрәжәғәт иткән. Әммә, мәсьәләне еңел генә хәл итеп булмай икән. “Сик буйы һаҡсылары” урамында йәшәүселәр һыу ағыҙыу системаһын төҙөргә рөхсәт бирмәй.Ауыл халҡы көн һайын бер-береһе менән бәхәсләшергә мәжбүр. Мечников һәм Сосновская урамында йәшәүселәр ҡоро ерҙә баҡса үҫтерергә, таҙа һыу эсеп йәшәргә теләй. Ә яңы йорт хужалары нигеҙҙәрен тейҙертергә теләмәй.Туҡ астың хәлен белмәй, ти халыҡ мәҡәле. Хакимиәт вәкилдәре мәсьәләне көйләргә тырышҡан осорҙа, һаҙлыҡта йәшәүселәр прокуратураға ғариза менән мөрәжәғәт иткән.