- Барселонала активистар Римдың миграция сәйсәтенә ризаһыҙлыҡ белдереп Христофор Колумб статуяһын ҡотҡарыу жилеты менән биҙәгәню Быға тиклем Италия һәм Мальта, Испаниянан айырмалы, мигранттарҙы ҡабул итеүҙән баш тартҡайны.
- Таиландта уҡыусыларҙы һыу баҫҡан мәмерйәнән сығарыу юлдары өйрәнелә. Улар 23 июнь юғалғайны. Асыҡланыуынса, балалар ете саҡырымлыҡ мәмәрйәгә инә һәм кире сыға алмай.
- Сүриәнең көньяғындағы хәл Рәсәй һәм Америка етәкселегендә борсолоу тыуҙыра. Дераа виләйәтендә хөкүмәт көстәре менән террорсылар алышы һөҙөмтәһендә ҡасаҡтар артҡан. Күҙәтеүселәр гуманитар көрсөк тураһында иҫкәртә. Сүриәләге хәл Владимир Путин менән Дональд Трамп осрашыуында төп темаларҙың береһе буласаҡ.
- Американың Калифорния, Колорадо һәм Юта штаттарында халыҡ ҡа имен урындаға күсергә тәҡдим ителгән. Бында урман янғындары ҡотора. Колорадола 100 йорт янған, Ютала 300 ғаилә йорттарын ҡалдырып киткән. Янғындарҙың төп сәбәбе-ҡоролоҡ һәм эҫе һауа торошо.
Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре