Ошо уңайҙан Өфөлә уның иҫтәлегенә арнап ҙур конференция үтә. Ислам донъяһында төп урын тотҡан әһелебеҙ иҫтәлегенә үткәрелгән сарала сит ил вәкилдәре лә ҡатнаша.
Башҡорт дин әһеле, ишан, йәмәғәт эшмәкәре һәм мәғрифәтсе булып ҡына түгел, халыҡты изгелек, яҡшылыҡ ҡылырға өндәүе менән дә билдәле Зәйнулла Рәсүлев. Быйыл 185 йәш тулыуы айҡанлы, уның иҫтәлегенә уҙғарылған конфереция ла халыҡтың яратҡан әһеленә тоғро ҡалыуын дәлилләй.Конференцияла Өфөнән тыш, Мәскәү, Санкт-Петербург, Махачкала, Севастополь, Әзербайджан, Германия, Казахстан, Үзбәкстан һәм башҡа төбәктәрҙән килеүселәр ҙә күп ине. Юл оҙон булһа ла, бер ниндәй ҙә ҡыйынлыҡ кисермәнек, Зәйнулла Рәсүлевтың иҫтәлегенә ойошторолған конференцияла ҡатнашыу беҙҙең өсөн ҙур бәхет, тип һанай улар.Конференцияла Зәнулла Рәсүлев тураһында күптәр яңы мәғлүмәт, яңы асыштар еткерҙе. Сығыштарҙан тыш, ҡатнашыусылар исемдәре беҙҙең көндәргә тиклем йәшәп килгән әһелдәрҙең тарихын, ижадын өйрәнеү юлдарын ҡараны, мөһим мәсьәләләрҙе күтәрҙе.Сығыштарҙан тыш, теләгән һәр кеше Зәйнулла Рәсүлевтың ҡәберен һәм тыуған яғын да барып күрә ала.
Күп мосолмандарҙы бер урынға туплаған конференцияға һигеҙенсе июлдә йомғаҡ яһала. Ҙур сарала ҡатнашыусылар һәм килгән ҡунаҡтар онотолмаҫлыҡ хис-тойғолар кисереп ҡайта. Бындай конференция халыҡ-ара кимәлендә икенсе тапҡыр уҙғарылды һәм киләһе йылдарҙа ла үткәреләсәк тигән ҙур маҡсат ҡуйылған.