Бындай һауа шарттары умартасыларҙы боросоуға һала. Йәйҙең икенсе айы башланыуға ҡарамаҫтан, ҡортсолар быйылғы балды тәмләп ҡарағандары ла юҡ. Ҡорттар бал йыйыр урынына ҡанат ҡағып умарталарын һыуытырға мәжбүр. 30 градустан ашҡан эҫелек сәскәләрҙе киптереп бөткән. Крысовтар ғаиләһе бар өмөтөн йүкә, көнбағыш һәм ҡара бойҙайға бағлай.Ҡышты яҡшы сыҡһаларҙа, йәш ҡорттар эҫе көндәрҙе насар үткәрә. Ҡайһы бер умарталарҙа бармаҡ менән генә һанарлыҡ ҡорттар ҡалған. Июнь айының һыуыҡ, ә июльдең эҫе тороуо ҡортосаларҙы борсоуға һала. Умартасылар билдәләүенсә, ҡорттар бал йыйырға бик һирәк сыға. Йәйҙең икенсе айы башланыуға ҡарамаҫтан күреүебеҙсә рамдарҙа бал яңы ғына йыйыла башлаған.Былтыр был ваҡытта ағастарға эленгән моҙғаларҙа йәш ҡорттар күсе урынлашҡан булһа, быйыл иһә улар буш тора.Яҙҙың һыуыҡ тороуо һәм йәйҙең һуңлап килеүе сәскәләрҙә лә сағыла. Улар эҫелектән һулып, кибеп бөткән. Ә былтыр был хужалыҡта июнь аҙағына ярты тонналап бал йыйылһа, быйыл иһә 1 килограмм да татлы ризыҡ юҡ.Шундай уҡ хәл Урал аръяғы райондарында ла күҙәтелә. Эҫе көндәр бал ҡорттарына осорға ҡамасаулай. Шулай ҙа умартасылар әлегә ҙур хәүеф юҡ, тип белдерә. Сөнки июль урталарында йүкә сәскә ата. Көҙгә табан көнбағыш һәм ҡара бойҙай өлгөрә.
Умартасылар ниңә борсола?
Тулыраҡ: Умартасылар ниңә борсола?