- Рәсәй Эймсберила ағыу ҡулланыу тураһындағы хәбәргә борсолоу белдерә һәм химик ҡорал ҡулланыу тураһындағы ғәйепләүҙе кире ҡаға. Был турала Рәсәй президентының матбуғат секретары дмитрий Песков белдерҙе. Дәүләт Думаһында Эймсберилағы хәлде провакация тип баһаланылар. Рәсәй сит ил эштәре министрлығы Тереза Мэй хөкүмәтен химик ҡорал менән уйнауҙы туҡтатырға саҡырҙы.
- Италия карабинерҙары электрошокерҙар менән ҡоралланасаҡ. Тәүҙә улар илдең 11 ҡалаһында һынау үтәсәк. Тазер пистолеттары тәү сиратта полиция хеҙмәткәрҙәренең именлеген тәьмин итеү тәғәйенләнгән.
- Ставрополь фермеры футбол буйынса Рәсәй йыйылма комндаһы ҡапҡасыһына һаламдан һәйкәл эшләгән. Үҙенсәлекле арт-объектты ул “Изге Акинфей аяғы” тип атаған.
- Ярославль дельфинарийындағы Митя һәм Солнышко ҡушаматлы дельфиндар бөгөн Рәсәй командаһы хорват футболсыларын 3 кә 1 иҫәбенә еңәсәк, тип күҙаллаған. Дельфинарий хеҙмәткәрҙәре был күҙаллауға ныҡ ышана, сөнки дельфиндар быға тиклемге уйындарҙың нисек тамамланасағын дөрөҫ күҙаллаған.
- Нью-Йоркта хот-дог ашау буйынса конкурс үткән. Унда 34 йәшлек Джоуи Честнат еңгән. Ун минут эсендә ул 74 хот-дог ашаған. Честнат ун беренсе йыл рәттән еңеү яулай.
Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре