Берҙәм дәүләт имтиханын уңышлы тапшырған һәм Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарына ингән уҡыусыларға юғары стипендия түләнәсәк. Башҡорт дәүләт университетында юғары уҡыу йорттарына һынауҙарһыҙ ҡабул ителгән Бөтә Рәсәй олимпиадаларының аҙаҡҡы этабы еңеүселәре һәм призерҙары, дөйөм фәндәр буйынса халыҡ-ара олимпиадаларҙа ҡатнашҡан һәм Рәсәй Мәғариф министрлығы билдәләгән тәртиптә һайлап алынған Рәсәй йыйылма командалары ағзалары 10 мең һум ала. Берҙәм Дәүләт имтиханында өс фән буйынса 240 һәм унан күберәк балл йыйған абитуриенттарға 3 мең һум күләмендә юғары стипендия тәғәйенләнә. Өс фән буйынса 270 һәм унан күберәк бал йыйыусыларға 5000 һум түәләнәсәк. Рәсәй Мәғариф министрлығы уҙғарған олимпиадалар еңеүселәренә һәм призерҙарына шулай уҡ 5000 мең һум күләмендә юғары стипендия тәғәйенләнә.
Юғары стипендия
Тулыраҡ: Юғары стипендия