Йәш лейтенанттар

Тулыраҡ: Йәш лейтенанттар

Өфө дәүләт авиация-техник университетында йәш лейтенанттарҙы хәрби частарга оҙатыу тантанаһы үтте. Хушлашыу парадында уҡыу йортон тамамлаусыларға шулай уҡ юғары белем тураһында дипломдар тапшырылды. Авиация-техник университеты Башҡортостанда үҙ хәрби кафедраһын һаҡлап ҡалған берҙән-бер юғары уҡыу йорто. Офицерҙар әҙерләүҙең етмеш йылдан ашыу бай тарихы һәм матур йолаларын белем биреү йорто ҡәҙерләп һаҡлай. Уҡыу-хәрби үҙәгендә офицерҙар менән бер рәттән сержанттар һәм һалдаттар әҙерләнә. Уларҙың күбеһе Рәсәй Ҡораллы көстәре сафында хеҙмәт итә. Быйыл барыһы 83 лейтенант хәрби хеҙмәткә юллама алды.