Башҡортостанда һыу инеү миҙгеле башланғандан алып 25 кеше, шул иҫәптән 5 бала батып үлгән. Бәхетһеҙ осраҡтарҙың күбеһе һыу инеү рөхсәт ителмәгән урындарҙа теркәлгән. Өфөлә, мәҫәлән, Теплое күлендә батып үлеүселәр күп. Бында һыу инергә ярамай, яр буйҙары ла таҙартылмаған. Эргәләге йылылыҡ электр станцияһынан һалҡын һыу ағып төшә. Температура ҡапыл үҙгәреү сәбәпле һыу инеүселәрҙең аяҡ-ҡулдары ҡорошоуы мөмкин, тип иҫкәртә ҡотҡарыусылар.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы бөгөн күңелһеҙ статистиканы иғлан итте
Тулыраҡ: Ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы бөгөн күңелһеҙ статистиканы иғлан итте