Башҡортостанда туристар өсөн Ҙур Көньяҡ Урал һуҡмағын һалалар

Тулыраҡ: Башҡортостанда туристар өсөн Ҙур Көньяҡ Урал һуҡмағын һалалар

Походҡа Рәсәй география йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе һәм Башҡортостан Экология министрлығы белгестәре сыҡты. Маршрут Белореттан башланып «Ирәмәл» тәбиғәт паркы аша уҙа. Уның оҙонлоғо яҡынса 140-150 саҡырым. Был арауыҡты бер аҙна эсендә үтергә мөмкин. Походта ҡатнашыусыларҙың маҡсаты – маршрутты маркировкалау, билдәләр эшләү, картаһын әҙерләү. Был эш тамамланғас, туристар яңы маршруттан үҙаллы йәки туроператорҙар аша үтә ала.