Баҡсасылар мәнфәғәттәрен көйләүсе яңы федераль закон ғәмәлгә инә

Тулыраҡ: Баҡсасылар мәнфәғәттәрен көйләүсе яңы федераль закон ғәмәлгә инә

2019 йылдың беренсе ғинуарынан ҡала эргәһендәге йәшелсә-емеш баҡсалары хужаларының мәнфәғәттәрен көйләүсе яңы федераль закон ғәмәлгә инә. Миҙгелдең иң ҡыҙыу мәлендә Наталья Васильевнаға ябай баҡсасы мәшәҡәттәрен ситкә ҡуйып торорға тура килә. Өфө ҡала биләмәһендәге “Урожай” баҡсасылар ойошмаһы рәйесе булараҡ уға яңы йылдан ҡулланыласаҡ яңы ҡағиҙәләрҙе ентекләп өйрәнергә, ә иң мөһиме, йәмғиәт ағзаларына төшөндөрөргә кәрәк.Яңы закон буйынса баҡса хужаһы дәрәжәһенән башлап финанс аралашыуҙарға тиклем етди үҙгәрештәр көтөлә. Йәмғиәттәр эшендә асыҡлыҡ һәм яуаплылыҡ нығытыла. Йорт хужаларынан кисектермәҫтән йыйын ойоштороп йәмғиәт рәйесен һайлау, хисапсы яллау, финанс ойошмаһын билдәләп иҫәп асыу талап ителә. Закон ҡулаҡсаны ҡәтғи тыя. Баҡсасылар хәҙер үҙҙәре үҫтереп алған уңыштың икеләтә ҡиммәтләнеүенән ҡурҡа. Яңы закон бер яҡтан иғәнәләрҙе асыҡ һәм ҡулаҡсаһыҙ итһә, икенсенән яңы сығымдарҙы талап итә. Әле баҡсасы йәмғиәте ағзалары биләмә майҙанынан сығып иҫәпләнгән иғәнәне йылына бер тапҡыр йыйып идаралыҡ ҡарамағына тапшыра. Йәмғиәт өсөн мөһим бар сығымдар шул иҫәптән ҡаплана. Рәсәй баҡсасылар берлегенең Башҡортостандағы вәкиле Виктор Богорад фекеренсә, яңы йылдан ғәмәлгә инәсәк закон баҡсасы иғәнәләрен милек хужаларына яҡшы таныш тәртипкә килтерә. Хәлде үҙгәртеү һәм закондың ғәмәлгә инеренә әҙер булыр өсөн баҡсасыларҙы “уятырға” кәрәк, ти Республика баҡсасылар берлеге рәйесе Ринат Миһранов. Урындарҙа был эште ойоштороу бурысы тора.Республикала 500 меңдән ашыу баҡсасы бар. Яңы закон уларҙың эшмәкәрлеген иҫәпкә алып тәртипкә һалыуҙы күҙ уңында тота. Ҡала шау-шыуынан алыҫта йорт һалып баҡса үҫтереү һөйөнөсөн артабан күрергә теләгәндәргә милке яҙмышын хәстәрләр ваҡыт әле бар. Яңы закон йәнә ярты йылдан ғәмәлгә инә.