Башҡортостанда социаль әһәмиәтле ҡайһы бер аҙыҡ-түлеккә хаҡтары үҙгәргән

Тулыраҡ: Башҡортостанда социаль әһәмиәтле ҡайһы бер аҙыҡ-түлеккә хаҡтары үҙгәргән

Бер килограмм картуф өсөн уртаса хаҡ 30 һум 26 тин –9 процентҡа артҡан. Кишер – 42 һум, һыуытылған һәм туңдырылған тауыҡ – 121 һум, алма – 102 һум, тары ярмаһы – 33 һум. Статистиктарҙың мәғлүмәттәре буйынса, яңы өлгөргән аҡ күҫәнле кәбеҫтә 15 процентҡа осһоҙланған. Башҡа аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрмәгән тиерлек. Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында Башҡортостанда хаҡтар иң арзаны булып ҡала.