Ҡырмыҫҡалы районында “Сыңла, салғы!” республика фольклор байрамы, ә Ауырғазы районында “Өршәк буйы уйындары” үтте.
Конкурста ҡатнашыусылар призлы урындар алып ҡыуанһа, сараға килгән ҡунаҡтар йыр-моңға күңел асты, хозур тәбиғәт ҡосағында ял итте. Ольга Андреева өсөн йәй иң яратҡан миҙгелдәрҙең береһе. Үҫмер сағынан ул бесән сабыу осорон түҙемһеҙләнеп көтөп ала. Ҡырмыҫҡалы районы яланында быйыл бишенсегә уҙғарылған “Сыңла, салғы!” конкурсында ул ихлас ҡатнашты. Йылдан-йыл ҡатнашыусылар һаны күбәйгән сарала ир-егеттәр ҙә, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа көс һынаша. Ойоштороусылар призлы урындарҙы бесән сабыуҙың сифатына, салғы менән эш итеүенә ҡарап билдәләй. Ҡатнашыусыларҙың өҫ-баш кейеме лә ҙур роль уйнай. Әйткәндәй, быйыл маһирлыҡ талап иткән конкурста беренсе тапҡыр көс һынашыусылар һаны ла бихисап ине.Хәҙер ҡул көсө менән бесән сабыу онотолоп бара. Салғы менән сабыу сәләмәтлеккә лә файҙалы. Конкурс был кәсепте яңынан тергеҙә лә инде.Ҡатнашыусыларҙың эшен ҡырҙан ҡарап торғанда, бик еңел һәм ябай күренә. Ярыштың бөтә үҙенсәлектәренә төшөнөр өсөн, беҙ ҙә ҡулға салғы алып, бесән сабып ҡарарға булдыҡ. Ысынлап та, үләнде матур һәм тигеҙ итеп ҡырҡыуҙан тыш, сос һәм етеҙ булыу ҙа талап ителә. Дөйөм алып әйткәндәй, ярыш еңел түгел.Берәүҙәр салғысыларҙың ярышын күҙәтһә, икенселәр иһә үлән, ағас, сәскәләрҙән эшләнгән төрлө арт-обьекттар менән танышты. Иң үҙенсәлекле эшкә лә бүләктәр тапшырылды. Бынан тыш, һәр кем шифалы үләндән әҙерләнгән хуш еҫле сәй, милли аш-һыу ауыҙ итеп ҡараны.Әлбиттә, халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлап килгән сара йыр-бейеүһеҙ үтмәне. Килгән һәр ҡунаҡ хозур тәбиғәт яланында күңел асты. Бер нисә йыл эсендә ҙур популярлыҡ яулап өлгөргән ”Сыңла, салғы!” республика конкурсында ҡатнашыусылар эшенә йомғаҡ яһалды. Ир-егеттәр араһында Ҡырмыҫҡалы районынан Мәжит Ҡоҙаҡаев, ә ҡатын-ҡыҙҙар араһында Гөлнур Камаловаға етеүсе булманы.Шул уҡ көндә Ауырғазы районы Төрөмбәт ауылында ла “Өршәк буйы уйындары” үтте. Миәкә, Әлшәй, Дәүләкән, Ҡырмыҫҡалы, Өфө райондары халҡын йыйған сарала спорт уйындары, төрлө конкурстар, оҫталыҡ дәрестәре уҙғарылды, үҙешмәкәр сәнғәт оҫталарының концерты күрһәтелде. Сараның төп үҙенсәлеге – милли көрәш. Кесеһенән олоһона тиклем ир-егеттәр бер-береһе менән көс һынашты. Ҡатнашыусыларға ҡиммәтле бүләктәр – һарыҡ, телевизор тапшырылһа, беренсе урынды яулаусы Рәдим Акчурин ат алып ҡыуанды.Мең ырыуы башҡорттары йолаларына нигеҙләнеп уҙғарылған байрам кискеһен ҙур концерт менән тамамланды. “Өршәк буйы уйындары” сараһы киләһе йылдарҙа ла үткәрәсәк.