Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
  • Химик ҡоралды тыйыу буйынса ойошма белгестәре Сүриәнең Дума ҡалаһында 7 апрель булған хәлдең яҡынса йомғаҡтарын иғлан итте. Документҡа ярашлы, ҡалаға һөжүм иткәндә ҡулланылған матдәләрҙә ағыу табылмаған.
  • Төркиәлә тимер юл фажиғәһендә кәм тигәндә 10 кеше һәләк булған, 73 кеше йәрәхәтләнгән. Ҡапыкүл-Исмабул маршруты буйынса китеп барыусы поездың Текирдағ виләйәтендә биш вагоны рельстан сығып түңкәрелә. Илдең транспорт министрлығында ҡойма ямғырҙар- аварияның төп сәбәбе тип аталған. Төркиә президенты Рәжәп Эрдоган һәләк булыусыларҙың ғаиләләренең ҡайғыһын уртаҡлашҡан.
  • Туҡтауһыҙ яуған ҡойма ямғырҙар сәбәпле Ҡытайҙың көньяҡ-көнсығышын һыу баҫҡан. Таулы райондарҙа ярҙарынан сыҡҡан йылғалар юлдарҙы һәм ауылдарҙы баҫа. Тәбиғәт ҡазаһынан 300 мең кеше зыян күргән. 20 мең кеше эвакуацияланған. Ауыл хужалығына етди зыян килгән.
  • Таиландтың Чианграй ҡала дауаханаһы йәш футболсыларҙы һәм уларҙың тренерын ҡабул итергә әҙерләнә. Мәмерйә янында ҡотҡарыу эштәре менән виләйәт губернаторы вазифаһын башҡарыусы үҙе етәкселек иткән. 4 бала ҡотҡарылған. Бөгөн мәмерйәлә һыу эсендә ҡалыусыларҙы ҡотҡарыуҙың икенсе өлөшө башлана.