Башҡорт-венгер экспедицияһында төшөрөлгән фото һүрәттәрҙән күргәҙмә

Тулыраҡ: Башҡорт-венгер экспедицияһында төшөрөлгән фото һүрәттәрҙән күргәҙмә

Башҡортостандың Милли музейында Венгрия фотографының башҡорт-венгер экспедицияһында төшөрөлгән фото һүрәттәренән күргәҙмә эшләй башланы. Башҡортостан һәм Венгрия ғалимдары 7 йыл дауамында Көнъяҡ Уралда башҡорт һәм венгрҙар араһында уртаҡ тамырҙарҙы эҙләй. Был күргәҙмәлә Атилла Тюрк етәкселек иткән экспедицияның төп мәлдәре күрһәтелгән. Күргәҙмә 15 июлгә тиклем эшләйәсәк.