Ял итеү мәҙәниәте юҡ

Тулыраҡ: Ял итеү мәҙәниәте юҡ

Баш ҡала өсөн иң матур урындарҙың береһе булырға тейешле Ағиҙелдең көньяҡ яры сүплеккә әйләнә бара. Бер-нисә йыл дауамында бойомға ашырылған проектҡа халыҡ вайымһыҙ ғына түгел, ә төкөрөп ҡарай.. Өс йәшлек улы Дамирҙы йылға яры менән таныштырырға килгән Азамат Таһиров аптырашта ҡалған. Тәбиғәт менән хозурланыу урынына сүп-сар. Бындай хәл йәш атайҙы ғына түгел, бәлки, меңәрләгән кеше өсөн көтөлмәгән хәлгә әйләнде. Ағиҙел ярын төҙөкләндереү проектына ярашлы, тимер юл күперенән “Юность” спорт комплексына тиклемге арауыҡ яңыртыу эштәренең тәүге өлөшө ине. Төҙөүсөләргә һүҙ ҙә юҡ. Улар үҙ эшен намыҫ менән башҡара. Өфө халҡы һәм баш ҡала ҡунаҡтары буласаҡ ял итеү урынына төкөрөп ҡарай.Был вандалыҡ түгел, был сәнғәт. Миллиардтарса һумға баһаланған проектты ун тинлек буяу менән бысратыу иң арзан сәнғәт. Йәштәрҙең кисен ял итеү урынына әйләнгән Ағиҙел яры көндөҙ бөтөнләй башҡа бурыс үтәй. Ватыҡ шешә ярсыҡтары, ҡағыҙ өйөмө араһында буласаҡ Олимпия чемпиондары спорт менән шөғөләнергә мәжбүр. Йәш атлеттар әйтеүенсә, беҙҙең халыҡта ял итә белеү мәҙәниәте бөтөнләй юҡ.Ағиҙел йылғаһы ярын тәртиптә тотоу тиҙҙән айырым ойошмаға йөкмәтеләсәк. Башҡортостан етәксеһе Рөстәм Хәмитов ошондай Күрһәтмә бирҙе. Төҙөкләндерелгән ярҙа ҡиммәтле әйберҙәр һәм декоратив элементтар байтаҡ. Махсус предприятие уларҙың именлеген тәьмин итергә лә тейеш. Баш ҡаланың Киров районында урынлашҡан яңы комплексты таҙартыу әлегә тейешле кимәлдә түгел. Республика башлығы Рөстәм Хәмитов, шулай уҡ, ошо өлкәләрҙә башҡа ҡалалар тәжрибәһен өйрәнеү кәрәклеген дә әйтте. Хәбәр итеүебеҙсә, Ағиҙел ярын төҙөкләндереү 2019-сы йылда тамамлана. Тағы ла бер йылдан республиканың төп һыу артерияһының баш ҡала тәңгәлендәге өлөшө Өфөнөң йөҙөк ҡашына әйләнергә тейеш. Тик вандалдар был йөҙөктөң иң матур таштарын бөгөндән үк йолҡоп алырға тырыша.