- Бөйөк Британия хөкүмәте көрсөккә терәлде. Тереза Мэй ҡарары менән Джереми Хант сит ил эштәре министры итеп тәғәйенләнде. Быға тиклем Брексит мәсьәләләре буйынса министр Дэвид Дэвис та вазифаһынан киткәйне. Күҙәтеүселәр фекеренсә, быларҙың барыһы ла Тереза Мэйҙың сәйәси абруйы ҡаҡшау тураһында һөйләй.
- Японияла ҡойма ямғырҙар, һыу баҫыуҙар сәбәпле һәләк булыусылар 140-тан ашты. 70 кеше хәбәрһеҙ юғалған. Ил хөкүмәте зыян күреүселәргә 65 миллион евро бүлгән. Эҙләү-ҡотҡарыу операцияларында 75 мең кеше ҡатнаша. Һуңғы 65 йылда Японияла бындай тәбиғәт ҡазаһы булғаны юҡ ине.
- Иорданиянан гуманитар ярҙам менән тиҫтәләгән машина Сүриә сигенә килеп етте. Иорданияның хоҡуҡ яҡлаусылары һуғыштар тамам ялҡҡан халыҡҡа эсәр һыу, аҙыҡ-түлек, кейем-һалым алып килгән. Һуңғы ике аҙнала ғына иордан табиптары меңләгән кешегә медицина ярҙамы күрһәткән.
- Бөйөк Британияла веломобилдарҙа уҙыш үткән. 33 команда ярышын ҡарар өсөн 2 меңләп кеше йыйылған. Гран-при Аполло рейсинг Ноу командаһына тапшырылған. Веломобилдәрҙең күбеһе ҡулдан йыйылған.
Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре