Башҡортостанда һәләтле балалар менән эшләү концепцияһы камиллаштырыла. Республика башлығы мәғариф, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте, муниципаль берәмектәр һәм йәмәғәт ойошмаларын ошо юҫыҡта берҙәм хеҙмәттәшлеккә саҡыра.Рөстәм Хәмитов белдереүенсә, балаларҙың барыһы ла һәләтле, ошо һәләттәрҙе асыҡлап артабан үҫтереү өсөн мөмкинлектәрҙе һәр мәктәптә булдырыу зарур. Фәндәрҙе тәрән өйрәнеү, халыҡ-ара олимпиадарға әҙерләнеү һәм мауығыуҙар менән шөғөлләнеү махсус шарттар талап итмәй. Республикала һәләтле балалар һәм йәштәрҙе үҫтереү концепцияһын бойомға ашырыу өсөн автор мәктәптәре, олимпиада хәрәкәтен тергеҙеү, ижади дәрт менән эшләгән уҡытыусыларға ярҙам итеү мөһим, тине Рөстәм Зәки улы. Республика башлығы Башҡортостанда “Сириус” тигән шартлы исем аҫтында белем биреү үҙәген ойошторорға, Ҡырымдағы шифаханала йәштәр һәм балалар өсөн күсмә уҡыу курстарын ойошторорға тәҡдим итте.
Һәләтле балаларға иғтибарҙы арттырыу зарур
Тулыраҡ: Һәләтле балаларға иғтибарҙы арттырыу зарур