Йәш белгестәргә дәүләт ярҙамы

Тулыраҡ: Йәш белгестәргә дәүләт ярҙамы

Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы һәр ҡайһыһы 500 мең һум күләмендә дәүләт ярҙамы аласаҡ 60 йәш белгесте һәм 300-шәр мең һум аласаҡ 21 урта махсус белем биреү уҡыу йортон тамамлаусыны һайлап алды. Финанс ярҙам Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов бойороғона ярашлы республика бюджетынан бүленә.Комиссия бөтәһе 34 райондағы 93 ауыл хужалығы предприятиеһынан ғаризалар алған. Уларҙа 2013-2018 йылдарҙа уҡыу йорттарын тамамлаған: агрономдар, зоотехниктар, ветеринарҙар, инженерҙар, бухгалтерҙар, аудиторҙар һәм башҡалар эшләй. Юғары белемле белгестәр буйынса – 69, урта белемлеләр буйынса – 24 ғариза килгән, тип асыҡлыҡ индерҙеләр Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығында.