Сәсеү эштәре күптән тамамланыуға ҡарамаҫтан, һабан байрамдары әле лә дауам итә. Иглин районында һабантуй байрамы үтте. Төрлө милләт вәкилдәрен берләштергән байрам төрлө ярыштар, мәҙәни саралар менән оҙатылып барҙы. Милли йолаларҙы тергеҙеү, уларҙы һаҡлау йәһәтенән ойошторолған байрам бер-нисә мең халыҡты берләштерҙе. Халҡыбыҙҙың борондан килгән милли уйындары, ярыштары ла ситтә ҡалманы. Килгән һәр ҡунаҡ ҡәнәғәт ҡалды. Бигерәк тә ат сабышын, милли көрәште ҡарарға, һәр ваҡыттағыса, кеше күп йыйылды.Һабантуй байрамы сиктәрендә шулай уҡ “Мәргән уҡсы” фестивале уҙҙы. Унда республиканан ғына түгел, ә Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән бер-нисә тиҫтә уҡсылар йыйылды.Ошондай саралар тыуған илгә, кесе Ватаныбыҙға һөйөү тәрбиәләй. Иглин районы халҡы күркәм саранан киләһе йылда ла осрашырға тигән ниәттәр менән таралышты.
Иглин районында һабантуй байрамы үтте
Тулыраҡ: Иглин районында һабантуй байрамы үтте