Бәхетһеҙлеккә тарыған балалар өйҙәренә имен ҡайтып етте

Тулыраҡ: Бәхетһеҙлеккә тарыған балалар өйҙәренә имен ҡайтып етте

Белорет районы Атыш шарлауығына яҡын бәхетһеҙлеккә тарыған балалар өйҙәренә имен ҡайтып етте. 8 июлдә “Данко” үҫмерҙәр клубы инструкторы етәкселегендәге турист төркөмө һыу кимәле күтәрелеү сәбәпле Инйәр йылғаһын кисеп сыға алмай ҡотҡарыусылар саҡыртырға мәжбүр булғайны. Төбәк эҙләү-ҡотҡарыу отряды Атыш шарлауығы тирәһенә тиҙ арала барып етеп үҫмерҙәрҙе тәбиғәт ҡапҡанынан араланы. Клуб хеҙмәткәрҙәре сәйәхәт ойошторған инструкторҙы тәжрибәле турист тип баһалай. Ул тәрбиәләгән үҫмерҙәр сәйәхәт алдынан ныҡлы әҙерлек һәм тулы инструктаж үткән.