- Ә бына Таиландта һыу баҫҡан мәмерйәнән йәш футболсыларҙы һәм уларҙың тренерын ҡотҡарыу ҙур байрамға әйләнде. Балаларға аҙнанан ашыу ҡараңғы мәмерйәлә ҡалырға тура килә. Ҡотҡарыу операцияһы үткән ял көндәрендә башланғайны. Балалар водолаздар оҙатыуында дайверҙар кейемендә яҡынса бер саҡырымды һыу аҫтынан үтте.
- Хәрби-транспорт авиацияһының өс полкы самолеттары экипаждары алыҫ араға йөк ташыу буйынса күнекмәләр үткәрҙе. Маневр Рәсәйҙең ике өлкәһе биләмәһендә үткән күнекмәләр сиктәрендә башҡаралды.
- Сүриәнең Ракка ҡалаһы “Ислам дәүләте” террорсыларынан 2017-се йылда уҡ азат ителһә лә, унда йәшәүселәр әле булһа харабаларҙы таҙартыуҙы дауам итә-емереклектәр араһында йөҙләгән мәйет ята. Ҡормалдар етмәүе, халыҡ-ара йәмәғәтселектең тейешле ярҙам итмәүе Ракканы тергеҙеүҙә ҙур ҡыйынлыҡтар тыуҙыра.
- Американың Германиялағы илсеһе Ричард Гренелл Ирандың Германиялағы иҫәптәренән 300 миллион евро ҡулаҡса алырға һәм уны Иранға ебәрергә теләүенә протест белдерҙе. Был аҡса әле Ирандың Европалағы коммерция банкында һаҡлана. Иҫәптәр менән Германия үҙәк банкы идара итә. Иран 300 миллион евроны ҡайтарыу тураһындағы ҡарарын Американың Тегеранға ҡаршы санкциялар индереүе менән аңлата. Май баштарында Америка президенты Иранға ҡаршы барлыҡ санкциялар тергеҙеләсәк, тип белдергәйне. Һөҙөмтәлә Ирандың финанс системаһы ҡаҡшаны, милли влюта ике тапҡырға тиерлек арзанайҙы.
- Коста Рикала йомортҡа һалыу өсөн ярға сыҡҡан йәшел гөбөргәйелдәрҙе һаҡлап ҡалыуҙың үҙенсәлекле ысулын уйлап тапҡандар. Урындағы хөкүмәт ирҙәргә пляжды таҙа тоторға, ҡатындарға гөбөргәйел балаларын һаҡларға ҡушҡан. Был эш өсөн ғаиләгә 200 йомортҡа бирелә. Экологтар әйтеүенсә, кешеләр ҙә, хайуандар ҙа, тәбиғәт тә ҡәнәғәт.
Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре