Ни өсөн сит ил абитуриенттары тап Өфө юғары уҡыу йорттары һайлай?

Тулыраҡ: Ни өсөн сит ил абитуриенттары тап Өфө юғары уҡыу йорттары һайлай?

Өфөнөң юғары уҡыу йорттарына сит ил студенттарын ҡабул итеү дауам итә. Ҡытай, Һиндостан, Төркиә, Колумбия, Ирак, Мысыр, Африка. Ни өсөн улар тап Өфө юғары уҡыу йорттары һайлай? Абитуриенттар өсөн ниндәй уңайлыҡтар булдырылған? Ҡытайҙан килгән абитуриент Лэй Синь тырышып уҡырға тигән ҙур маҡсат ҡуйған. Өфө дәүләт нефть-техник университетына уҡырға инеү теләге менән ул өс йыл дауамында рус телен үҙләштерә, яңы дуҫтар таба. Өфө дәүләт нефть-техник университеты ишектәре сит ил студенттары өсөн һәр ваҡыт асыҡ. Әле йәйгеһен генә университетта мең ярым самаһы сит ил студенты рус телен өйрәнеү буйынса әҙерлек курстарына йөрөй. Ҡағиҙә буйынса, улар үҙ илдәрендә ике йыл уҡып бөткәс, килешеү буйынса Өфө юғары уҡыу йорттарына өсөнсө курсҡа күсерелә.Һайлаған һөнәрҙе үҙләштереүҙән тыш, сит ил студенттарын Башҡортостандың мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәттәре лә ҡыҙыҡһындыра. Өфөлә йәшәгәс, беҙ уның тарихын белергә тейешбеҙ, тип һанай улар. Дәрестәргә килгәндә иһә, улар университетта ғына түгел, дөйөм ятаҡта ла телде үҙ аллы өйрәнергә тырыша.Студенттарға Өфөлә белем алыу өсөн, мотлаҡ рус телен яҡшы кимәлдә белеү мөһим. Башҡорт дәүләт университетында иһә әҙерлек курстарына йөрөп, телде үҙләштергән Мысыр, Ирак, Колумбия, Ҡытайҙан килгән студенттар ҡулдарына танытма алып ҡыуанды. Был юғары уҡыу йортона инеү өсөн ҙур аҙымдарҙың береһе.Сит ил абитуриенттары Өфө юғары уҡыу йорттарына инеү өсөн тәржемә ителгән паспорт, аттестат, медицина ҡағыҙы һәм рус телен үҙләштереү танытмаһын килтерергә тейеш.Абитуриенттар өсөн бөтә уңайлыҡтар булдырылған. Башҡорт дәүләт медицина университетында, мәҫәлән, ҡабул итеү бүлмәләрендә улар өсөн инлгиз телен яҡшы кимәлдә белгән хеҙмәткәрҙәр эшләй. Башҡорт дәүләт медицина университетына әле Төркиәнән, Уганда, Һиндостан, Африка, Мысыр, Үзбәкистандан абитуриенттар кәрәкле ҡағыҙҙарын тапшырған. Әйткәндәй, университетта яҡынса 170 студент һайлаған һөнәрҙәрен инглиз телендә үҙләштерә ала. Юғары уҡыу йорттарында диломдар тапшырыу тантаналары үтте. Рәсәйҙең 100 иң яҡшы юғары уҡыу йорто исемлегенә ингән Өфө дәүләт нефть техник университетын быйыл 219 сит ил студенты тамамланы. Өфө юғары уҡыу йорттарында йылдан-йыл сит ил студенттар һанының күбәйе ҙур баһаға лайыҡ. Беренсенән, улар телдәрҙе өйрәнеп, үҙҙәре һайлаған һөнәрҙе үҙләштерһә, икенсенән тарих һәм мәҙәниәт менән таныша. Тап Башҡортостанда юғары белем алыу менән ҡәнәғәт кенә түгел, бәхетлебеҙ ҙә тип һанай улар.