Күгәрсен гөрләйҙер

Тулыраҡ: Күгәрсен гөрләйҙер

Өфөлә йәшәүсе ир 54 йыл ғүмерен күгәрсен үрсетеүгә бағышлаған. Ҡоштар хаҡында ул барыһын да белә. Өфөнөң Черниковка биҫтәһендә йәшәүсе Владимир МАКАРОВ һәр көнөн күгәрсендәрҙе тәрбиәләүҙән башлай. Был шөғөл генә түгел, ә минең йәшәү рәүешем, ти ул.Владимир Иван улы күгәрсен үрсетеү менән бала сағынан уҡ шөғөлләнә. Тора бара ғәҙәти ҡоштарҙы тоҡомлолары алмаштыра. Әле ул күгәрсендәрҙең америка һәм евразия төрҙәре үрсетелә.Был ҡоштар бер-береһенән тышҡы ҡиәфәттәре менән генә түгел, ә холоҡтары менән дә айырыла. Евразия күгәрсендәре бәләкәй суҡышлы, ҙур күҙле, йыуаш булһа, америка тоҡомлолары оҙон суҡыштары, уҫаллыҡтары менән айырыла.Ситлектә һәр күгәрсендең үҙ урыны бар. Урын өсөн ҡоштар һуғышҡан осраҡтар ҙа бар.Күгәрсендәрҙе көнөнә ике тапҡыр ашатырға кәрәк. иң яратҡан аҙыҡтары – дөгө. Ә үҙаллы ашай алмаған, яңы ғына йомортҡанан сыҡҡан ҡошсоҡтарҙы „махсус әсәйҙәр„ тәрбиәләй. Евразия тоҡомлолары үҙ себештәрен бәләкәй суҡышлы булғанға күрә ашата алмай, шуға уларҙы оҙон суҡышлы америка тоҡомлолар алмаштыра, ти Владимир МАКАРОВ.Владимир Макаров өсөн күгәрсендәр аҡса эшлү сығанағы түгел. Ҡоштар күңел йыуансы, улар осҡанда, үҙем дә осҡан кеүек булам, ти ул.