Өфөләге күп фатирлы йорттарҙың береһендә йәшәгән кешеләр ғүмерҙәре өсөн хафалана. Уртаҡ диуарлы күрше йортто һүтә башлау менән улар үҙҙәрен ер тетрәү эпицентрында кеүек тоя. Бинаның төҙөк ҡалырына ышаныс аҙ, ти фатир хужалары. Урындағы халыҡ белдереүенсә, был ихатала төҙөлөш бер йыл элек башланған. Иҫке йортта йәшәгәндәрҙе күсереү программаһы буйынса фатир хужалары торлағын ташлап китеү менән. Бинаны емереү иһә аҙағына еткерелмәй, ихата сүплек майҙанына әйләнгән. Иң ҡурҡынысы – уртаҡ диуар сатнап емереү хәүефе аҫтында. Район хакимиәтенең рәсми вәкиле йортто емереү ҡағиҙәгә ярашлы, тип белдерә. Хәүеф юҡ, тик был белдереүҙе раҫлаусы экспертиза ла үткәрелмәгән.Владивосток урамындағы йортта йәшәгән кешеләрҙе иһә оҙаҡламай йәнә бер тетрәү көтә – бинаның икенсе яртыһын да һүтеү тураһында ҡарар бар. Төҙөк йорт әлегә шул ҡиәфәтендә ҡаласаҡ. Күпмегә икәне билдәһеҙ. Хакимиәттә бушаған майҙанды файҙаланыу планы ҡаралмаған.
Уртаҡ диуар емерелеүе ихтимал
Тулыраҡ: Уртаҡ диуар емерелеүе ихтимал