Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
  • НАТО ағзалары Македонияны альянсҡа инеү буйынса һөйләшеүҙәр башларға саҡырҙы. НАТО саммитында Америка президенты менән Германия канцлеры араһында бәхәс ҡупты. Дональд Трамп газ һатып алған өсөн Ангела Меркельға ябырылды. НАТО бюджетына күпләп аҡса күсереү урынына Германия Рәсәйҙе байыта, тигән Дональд Трамп.
  • Белградта хөкүмәткә ҡарамаған “Ҡара кейемдәге ҡатын-ҡыҙҙар” ойошмаһы вәкилдәре үҙәк майҙанға сыҡҡан. Босния һуғышы ваҡытында мосолмандарҙы күпләп үлтереүҙең 23 йыллығына арналған манифестацияла тиҫтәләгән кеше ҡатнашҡан. Радко Младич етәкселегендәге ғәскәр 8 мең 372 мосолманды үлтергәйне.
  • Көньяҡ Африка фермерҙары Рәсәйгә күсеп килергә теләк белдергән. Уларҙың бер төркөмө Ставрополға килгән. Рәсәйҙең көньяғын улар фермерлыҡ эше өсөн иң ҡулай төбәк, тип атаған. Шулай итеп, Рәсәйгә Африканан 15 мең фермер күсеп килеүе ихтимал. Һәр ғаилә Рәсәй иҡтисадына 500 мең доллар инвестиция йәлеп итергә ниәтләй.
  • Хорваттар байрам итә. Футбол буйынса Илдең йыйылма командаһы ярым финалда еңеп көйәрмәндәре өсөн байрам ойошторҙо. Шулай итеп, төп трофей өсөн Франция менән Хорватия көс һынашасаҡ. Был матч 15-се июлдә Мәскәүҙең "Лужники" стадионында уҙа. 14-се июлдә 3-сө урын өсөн Санкт-Петербургта Бельгия менән Англия уйнай.