Башҡортостан стратегия комитеты республиканың социаль-иҡтисади үҫеш стратегияһын бойомға ашырыуҙың өҫтәмә сараларын раҫланы. Улар ошо уңайҙан төҙөлгән комплекслы планға нигеҙләнә. Хөкүмәт премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов белдереүенсә, республиканың киләһе йыл бюджеты стратегия күҙаллауҙарына ярашлы иҫәпләнәсәк. Муниципалитеттарға тармаҡ министрлыҡтары менән берлектә төбәк үҫешенең мөһим күрһәткестәрен стратегияла күҙалланған кимәлдә ҡалдырыу һәм яҡшыртыу маҡсатында өҫтәмә саралар күреү йөкләмәһе бирелде. Комплекслы план стратегияны бойомға ашырыуҙы дүрт төп йүнәлештә – кеше капиталын файҙаланыу, иҡтисадтың ғәмәли секторын үҫтереү, урта һәм кесе эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү һәм инвестициялар күләмен арттырыу буйынса алып барыуҙы күҙ уңында тота.
Республиканың үҫеш стратегияһын бойомға ашырыуҙың өҫтәмә саралары раҫланды
Тулыраҡ: Республиканың үҫеш стратегияһын бойомға ашырыуҙың өҫтәмә саралары раҫланды