Берҙәм Дәүләт Имтихандары һөҙөмтәләренә йомғаҡ яһалды

Тулыраҡ: Берҙәм Дәүләт Имтихандары һөҙөмтәләренә йомғаҡ яһалды

Мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова бөгөн “Рәсәй-Башҡортостан” каналы медиаүҙәгендә һөҙөмтәләрҙе иғлан итте. Мотлаҡ имтихандар теҙмәһенә индерелгән рус теле һәм әҙәбиәте, математика, һайлап алынған фәндәр тарих, йәмғиәтте өйрәнеү, инглиз теле һәм башҡалар. Башҡортостан уҡыусылары өсөн быйылғы һынауҙар башҡа йылдарҙағынан әллә ни айырылманы. Шулай ҙа хәҙер уҡыусыларҙың, бигерәк тә, ата – әсәләрҙең тынысланыуын билдәләргә кәрәк. Тик шуға ҡарамаҫтан, имтихандар мәлендә тәртип боҙоуҙар теркәлде. Махсус комиссия тарафынан ошондай 19 осраҡ теркәлгән. Быйылғы имтихандар һөҙөмтәһе буйынса йөҙәр балл йыйған уҡыусылар ҙа юҡ түгел. Ошондай күрһәткестәргә 18 мең уҡыусы араһынан ни бары 52 бала өлгәшкән. Улар төрлө фәндәрҙән “бишле” билдәһе алған. Әгәр ҙә улар республикалағы уҡыу йорттарына документтарын тапшырып, студент таныҡлығын ала ҡалһа, уларҙы өҫтәмә ярҙам көтә. Университет-академиялар тырыштарға өҫтәмә стипендия ла түләргә әҙер. Абитуриенттар мәсьәләһе менән бер рәттән Башҡортостандың мәғариф системаһы алдында бөгөн тағы ла бер бурыс тора. Ул “август кәңәшмәлерен” үткәреү, мәктәптәрҙе яңы уҡыу йылына әҙерләү. Әйткәндәй, Башҡортостанда быйыл яңы белем биреү усаҡтары ла асыласаҡ.республиканың мәғариф министры Гөлназ Шафиҡоваға беҙҙең канал тамашасыларының шәхсән һорау биреү мөмкинлеге лә бар. Ведомство етәксеһе иртәгә “хәйерле иртә, республика” программаһына саҡырылған.