7 йыл дауамында барған үҙенсәлекле эҙләнеүҙәр был юлы Кушнаренко мәҙәниәтенә ҡараған ҡурғандарҙа бара. Тарихтан билдәле булыуынса, беренсе мең йыллыҡ аҙағында башҡорт менән мадъярҙарҙың уртаҡ тарихы булған. Һәм был ҡурғандарҙа табылған ҡәберлектәр, артефактар ҙа уртаҡ тарихыбыҙ барлығын иҫбатлай.Табылған кеше һөлдәһе тарихсылар һәм археологтар өсөн әлегә иң ҙур табыштарҙың береһе. Был ҡәберлек яҡынса 6-7 быуатҡа ҡарай. Тарихсыларҙың фараздары буйынса, унда яуҙа вафат булған яугир ерләнгән. Быны аяҡ һөйәктәренә ҡаҙалған уҡтар, бергә ерләнгән йүгән, төрлө көршәктәр иҫбатлай. Бындай ерләү йолаһы боронғо ата-бабаларыбыҙға хас булған. Ҡурғандарҙың ҡуйы урман эсендә урынлашыуына ҡарамаҫтан тарихсылар һәм археологтар өсөн ул ҙур ҡыйынлыҡтар тыуҙырмай. Боронғо Кушнаренко мәҙәниәтенә ҡараған үҙенсәлекле ҡалҡыулыҡтар ниндәй серҙәр һаҡлай? Археологтар ошо һорауға яуап эҙләй.Археологтар билдәләүенсә, был урында 42 ҡурған урынлашҡан. Бөгөнгә әле тик икәүһе генә тикшерелә башлаған. Республика ғалимдары өсөн Венгриялағы тарихсылар тәжрибәһе айырыуса мөһим. Киләсәктә ата-бабаларыбыҙ йәшәгән урынындарҙа ҡаҙыныуҙарҙы берлектә дауам итеү икеләтә мөһим.Тарихсыларҙың бер версияһы буйынса, башҡорт һәм мадъяр халыҡтары йәнәш йәшәгән. Уларҙың бәйләнештәре урта быуаттарҙан билдәле. Ә уртаҡ тамырҙарҙы Рәсәй ғалимдары ныҡлап 18 быуатта өйрәнә башлаған. Һәм 20 быуатта был эшкә шулай уҡ Венгр ғалимдары ла ҡушыла.Венгр археологтары менән берлектә барған ҡаҙыныуҙар 14 июлгә тиклем дауам итәсәк. Артабан Венгрия ғалимдары Төмән өлкәһенә юлланалар. Ә артабанғы тикшереүҙәрҙе башҡорт археологтары һәм тарихсылары үҙаллы дауам итәсәк.
Башҡортостанда башҡорт-венгр экспедицияһы дауам итә
Тулыраҡ: Башҡортостанда башҡорт-венгр экспедицияһы дауам итә