Бәләбәй районында 46 ғаиләгә яңы фатир асҡыстары тапшырылды

Тулыраҡ: Бәләбәй районында 46 ғаиләгә яңы фатир асҡыстары тапшырылды

Уларҙың барыһы ла иҫке емерек йорттарҙан күсенгән. Приютово ҡасабаһында йәшәгән кешеләр хәҙер яңы биш ҡатлы йорттағы фатир хужалары. Улар араһында күп балалы ғаиләләр ҙә бар. Халыҡты емерек һәм иҫке торлаҡ фондынан күсереү буйынса республика программаһын ғәмәлгә ашырыу йәһәтенән Бәләбәй районында үткән биш йылда ғына күп фатирлы ете йорт файҙаланыуға тапшырылды.