Сүп-сар түгеү тәртибенә ҙур үҙгәрештәр индерелә

Тулыраҡ: Сүп-сар түгеү тәртибенә ҙур үҙгәрештәр индерелә

2019-сы йылдың 1-се ғинуарынан ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарына ҡағылышлы яңы ҡанун үҙ көсөнә инә. Уға ярашлы, сүп-сар менән эшләү тәртибенә ҙур үҙгәрештәр индерелә. Мәҫәлән, быйыл Башҡортостан 5 зонаға бүленде һәм төбәк операторҙары һайлап алынды. Улар көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу, уларҙы сорттарға айырыу һәм эшкәртеү менән шөғөлләнәсәк. Коммуналь квитанцияларҙа “Ҡалдыҡтар” тигән пункт та барлыҡҡа киләсәк. Торлаҡ хужаларының үҙҙәренә лә сүп-сар туплау мәҙәниәтенә өйрәнергә тура киләсәк. Тағы ла ниндәй үҙгәрештәр көтөлә, хаҡтар артырмы? Елена Воробьева 10 йыл элек көнкүреш ҡалдыҡтары проблемаһына иғтибар итә. Ошо арауыҡ эсендә ул үҙен һәр әйберҙе айырым йыйып барырға өйрәткән. Хужабикә аҙыҡ-түлектән ҡалған һауыттарҙы ғына түгел, ә көнкүрештә ҡулланылған, тәбиғәт өсөн хәүефле әйберҙәрҙе лә айырым йыя. Көнкүреш ҡалдыҡтары өсөн Елена Воробьева махсус пакеттар һатып алған. Улар тулғас хужабикә һәр береһен алып махсус ҡуйылған контейнерҙарға ташлай. Махсус контейнерҙар ҡағыҙ, алюминь, пластик, быяла, батарейка, лапмаларҙы айырым туплай. Статистика мәғлүмәттәре буйынса, бер кеше йылына 400 килограмдан ашыу сүп-сар ҡалдыра. Уны беҙ айырым йыйыу системаһына күсергә тейешбеҙ, тигән фекерҙә белгестәр. Ведомство әҙерләгән яңы проектҡа ярашлы, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү, юҡ итеү өсөн хаҡтарҙы билдәләгәндә, көнкүреш ҡалдыҡтары полигоны, эшкәртеү станциялары һәм комплекстарын төҙөү өсөн яңы нормативтар талап ителә. Был сүп-сарҙы эшкәртеү комплексы Өфөлә 2000-се йылдар башынан эшләй. Күреүегеҙсә, эшселәр әле һаман көнкүреш ҡалдыҡтарын ҡул менән айырырға мәжбүр. Сөнки, торлаҡ хужалары йыйылған сүп-сарҙы айырмай ташлай.Сит илдәрҙә халыҡ сүп-сарҙы күптән төрлө өлөштәргә бүлеп тапшыра. Әйткәндәй, Өфө халҡын да сүп-сарҙы дөрөҫ тупларға өйрәтә башлағандар. Ирекмәндәр ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү темаһына лекция уҡый. 2019-сы йылдан көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу, айырыу һәм үтилләштереү өсөн хаҡтар артасаҡ. Әлегә уның күләме билдәле түгел. Кешеләрҙең көнкүреш ҡалдыҡтарынан аҡса эшләп, коммуналь түләүҙәр өсөн хаҡты кәметеү мөмкинлеге лә бар. Мәҫәлән, Өфөлә генә көнкүреш ҡалдыҡтарын ҡабул итеүсе 20 пункт бар. Бында ҡағыҙҙың килограмы 4 һум 50 тин, картон – 4 һум, шыптыр – 13 һум, алюминь банкаларҙың килограмы – 30 һум, пластик шешәләр – 10 һум менән ҡабул ителә. Быяла шешәләрҙең берәүһе 70 тиндән 1 һум 50 тингә тиклем. Ә иң мөһиме кешеләр сүп-сарҙы айырыу мәҙәниәтенә өйрәнәсәк һәм көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеүгә ебәреп, яңы тауар етештерелесәк.Республикала көнкүреш ҡалдыҡтарын тәрән эшкәртеү кимәле яҡынса утыҙ процент самаһы. Ҡалғаны йә яндырыла, йә, ергә күмелә. Рәсәй Президентының Май Указына ярашлы, 2030-сы йылда беҙ көнкүреш ҡалдыҡтарының 80 процентын эшкәртергә тейешбеҙ. Ҡалған 20 процентын ғына ергә күмеү хоҡуғы буласаҡ. Ошо үҙгәрештәргә Башҡортостан тулыһынса әҙер булырға тейеш.