Катализатор, Силикагель, цеолит һәм керамика. Йәмғиәттә иң кәрәклеләрҙән һаналған был продукцияларҙы Салауат катализатор заводында етештерәләр. Сифаты буйынса алдынғыларҙан һаналған завод иһә эске баҙарҙы үҫтереүселәрҙән һанала. Илдә нефть һәм химия сәнәғәте иҡтисадтың мөһим тармағы булып ҡала. Салауат катализатор заводы Башҡортостанда иҡтисади үҫешкә тос өлөш индергән предприятиеларҙың береһенә әйләнә бара. Салауат катализатор етештереү заводы 450 кешене эш урындары менән тәьмин иткән. Башҡортостан ғына түгел, ә Себер, Мәскәү һәм башҡа төбәктәрҙән дә тап был заводтҡа эшкә урынлашырға киләләр.Продукция сифатлы килеп сыҡһын өсөн, эшкә етди ҡарау һәм иғтибарлы булыу мөһим, тип һанай хеҙмәткәрҙәр. Был заводта ошондай силикагель етештерәләр. Ул тулыһынса әҙер булһын өсөн ни бары өс көн ваҡыт талап ителә. Әҙер силикагельды һәр кем көнкүрештә лә ҡуллана ала.Аяҡ һәм өҫ кейеме, кеҫә телефоны һыуланғанда йә иһә ҡышҡыһын орлоҡтарҙы киптереү өсөн тап силикагельды ҡулланалар. Бер нисә минут эсендә ул бөтә һыуҙы, дымды үҙенә тартып ала. Әйткәндәй, заводта етештерелгән әҙер продукция мотлаҡ лабораторияға ебәрелә. Лабораторияла уның сифаты тикшерелә.Заводта һәр бер ҡорамалды, уның үҙенсәлектәрен белеү төп шарт. Оҙаҡ йылдар буйы заводта тир түгеүселәр ҙә ваҡыты менән күнекмәләр үтергә тейеш. Химик реакцияны билдәле температура һәм баҫым шарттарында тотоу өсөн тәғәйенләнгән был ҡоролмалаә һәр эшсе шөғөлләнә.Бындай ҡулайлама Рәсәйҙә берәү генә. Завод хеҙмәткәрҙәре ярты йыл самаһы уның үҙенсәлеге менән таныша.Арзан, һәр кем алырлыҡ продукция етешетереү, оҙайлы ваҡытҡа иҫәпләнгән проекттарҙы тормошҡа ашырыу һәм көнәркәшлек шарттарында эшләргә яраҡлашыу- заводта төп маҡсаттарҙың береһе.
Ни өсөн Мәскәүҙән Салауатҡа эшкә киләләр?
Тулыраҡ: Ни өсөн Мәскәүҙән Салауатҡа эшкә киләләр?