Бортпроводниктар һөнәри байрамын билдәләне. Ошо уңайҙан Өфө аэропортында оҫталыҡ дәрестәре үтте. Теләгән һәр кем был үҙенсәлекле профессияның серҙәре менән яҡындан таныша алды. Етди ҡағиҙәләр тураһында ла улар йөҙҙәрендә йылмайыу менән аңлатырға тейеш. Изге күңелле һәм шул уҡ ваҡытта ҡыйыу йөрәкле стюардессаларға һоҡланып ҡарамау мөмкин түгел. Был профессияла үҙен һынап ҡарарға теләмәгән кеше һирәктер ул. Өфө аэропорты Халыҡ-ара бортпроводниктар көнөндә тәүге тапҡыр оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе. Теләгән һәр кем был үҙенсәлекле һөнәрҙең серҙәренә төшөнә алды. Киләсәктә үҙҙәренең ғүмерен һауа һәм самолеттар менән бәйләргә хыялланған йәштәрҙе был сара тағы ла нығыраҡ дәртләндерҙе. Бортпроаводниктарға кешеләр менән аралашыу, уртаҡ тел таба белеү ҙә мөһим. Сөнки осош ваҡытында ниндәй генә пассажирҙар осрамай. Киң таралғандарының береһе – хәүефһеҙлек ҡайышын эләктерергә теләмәүселәр.Уйын формаһында үткән оҫталыҡ дәресе һәр кемдең күңеленә хуш килде. Йәштәр ҡыҙыҡһындырған һорауҙарына яуап алды, ә белгестәр тәжрибәләре менән уртаҡлашты. Был профессияның төп үҙенсәлектәренең береһе – көтөлмәгән хәлдәргә әҙер булыу. Хатта иң нәфис стюардессалар ҙа бәһлеүәндәй ирҙе лә күтәрә алырға тейеш. Һөнәри оҫталыҡтан тыш, беренсе медицина ярҙамы күрһәтергә лә кәрәк.Был һөнәр эйәһе булыу өсөн урта махсус белем дә етә, артабан һәр авиакомпания хеҙмәткәрҙәрен үҙе уҡытып ала. Артабан инде һауа һәм ваҡыт менән һыналғандары ғына теләктәренең тормошҡа ашыуына ирешә.Күптәр стюардессаларҙың төп эше пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереү тип уйлап яңылыша. Был функция икенсе урында . Ә тәү сиратта иһә асыҡ йөҙлө, әммә батыр йөрәкле егет-ҡыҙҙар осош ваҡытында кешеләрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итергә тейеш. ошо ҙур тимер ҡоштоң һәм ундағы һәр кемдең тәғәйен урынға уңышлы барып етеү тап уларҙың һәм пилоттарзын оҫталығынан тора.
Алсаҡ йөҙлө һәм батыр йөрәкле
Тулыраҡ: Алсаҡ йөҙлө һәм батыр йөрәкле