Ул Өфөләге Октябрь районының Зинин ҡасабаһында урынлашҡан «Ҡарауан» сауҙа үҙәге алдындағы майҙан. Ҡорбан салыу майҙансығында сүп-сар һәм ҡалдыҡтарҙы юҡ итеү өсөн контейнерҙар, кәртә ҡуйыласаҡ. Байрам көндәрендә Өфөнән Зинин ауылына һәм кирегә пассажирҙар ташыу өсөн өҫтәмә автобустар бүленәсәк. Изге Ҡорбан байрамын мосолмандар быйыл 21 августа билдәләй. Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, ул рәсми рәүештә ял көнө тип иғлан ителгән.
Ҡорбан байрамында дини йоланы үтәү өсөн берҙәм майҙансыҡ билдәләнде
Тулыраҡ: Ҡорбан байрамында дини йоланы үтәү өсөн берҙәм майҙансыҡ билдәләнде