Ул күренекле башҡорт шағиры, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Ирек Кинйәбулатовтың тыуған төйәгендә – Абдулла ауылында шағирҙың тыуыуына 80 йыл тулыуҙы билдәләү сиктәрендә уҙғарыла.Байрам иртәнге сәғәт 10-да башлана. Ҡунаҡтар тәүҙә шағирҙың ҡәберенә барып сәскә һалырға ниәтләй. Һуңынан урындағы Мәҙәниәт йортонда байрамдың тантаналы өлөшө үтәсәк. Ирек Кинйәбулатовтың арабыҙҙан китеүенә ике йыл үтте, ул 2016 йылдың 2 июнендә бәхил булды. Шағир тыуған төйәгендә, Ҡырмыҫҡалы районының Абдулла ауылында ерләнгән.
Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Бәпес ауыл биләмәһендә урам байрамы ойошторола
Тулыраҡ: Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Бәпес ауыл биләмәһендә урам байрамы ойошторола