Йоматау шифаханаһы базаһында милли эсемлекте әҙерләүселәрҙең 13-сө республика конкурсы үтте. Унда быйыл Башҡортостандың 36 районынан хужалыҡтар ҡатнашты. Ҡымыҙ бешеү оҫталары үҙ ерлегенә хас ҡымыҙҙы тәҡдим итте. Ҡымыҙ үҙенең шифаһы — бик күп сирҙе дауалауы, тәнгә сихәт, йәнгә рәхәт биреүе менән дан алған. Борон-борондан ата-бабаларыбыҙ иң хөрмәтле ҡунаҡтарҙы ҡымыҙ менән ҡаршылар булған. Батырҙар эсемлеге бөгөн дә ҙур ихтыяж менән файҙалана. Һәр ҡымыҙ үҙ төбәгенә хас тәм менән. Райондың ниндәй тәбиғәт шарттарында урынлашыуы, ҡымыҙ бешеү йолаһы, йылҡыны тәрбиәләү алымына тиклем милли ризыҡта сағыла. Жюри ағзалары ҡымыҙҙы тәмләп ҡарап, үҙ баһаһын бирҙе. Һуңғы йылдарҙа ауыл ерендә йәшәүселәр ҡымыҙ етештереү менән етди шөғөлләнә. Әбйәлил районында йылҡысылыҡ тармағы йылдам үҫешә, башҡорт тоҡомло аттар аҫрала, шәхси хужалыҡтарҙа мал һаны йылдам арта бара. Рөстәм Мәхийәнов та йылҡысылыҡты төп кәсеп итеп алған. Ҡымыҙҙың тәме бейә һөтөнөң ҡуйылығында. Шулай уҡ уны һәр ваҡыт бешеп торорға кәрәк, бешкән һайын тәмләнә ул, – ти ҡымыҙ оҫталары. Ҡымыҙ бешеүселәр конкурсында райондарҙан килгән зоотехниктар ҙа көс һынашты. Улар атты ваҡытҡа йегеп, туғарып күрһәтте. Был конкурста беҙ ҙә ҡатнашырға булдыҡ. Зоотехниктар конкурсында ир-егеттәр ҙә, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа оҫталыҡтарын күрһәтте. Бәйге һөҙөмтәләре буйынса, өсөнсө урынға Шишмә белгесе лайыҡ булды. Икенсе баҫҡысҡа Учалы вәкиле күтәрелде. Ә иң яҡшы ат йегеүсе һәм туғарыусы зоотехниктың Бишбүләктә йәшәүе асыҡланды. Иң күп ҡымыҙ бешеүселәр Әбйәлилдән ине. Был үҙ һөҙөмтәһен бирмәй ҡалманы. Уҙған йылда ойошторолған республика бәйгеһендә Ишҡол ауылынан Ирәндек хужалығы икенсе урынға лайыҡ булһа, быйыл улар беренселекте алды. Тимәк, 2019-сы йылда Ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы Әбйәлил ерлегендә үтәсәк. Икенсе урынды 119-сы йылҡысылыҡ заводы, өсөнсө урынды Хәйбулла ҡымыҙ бешеүселәре яуланы. Ойоштороусылар билдәләүенсә, конкурстың йылдан йыл абруйы арта бара. Йылҡысылыҡты үҫтереүгә республика етәкселеге тарафынан ҙур иғтибар бүленә. Әммә, был шөғөл миҙгелле булып ҡала. Милли ризыҡты әҙерләүселәргә ярҙам итеү йәһәтенән һәм кешеләрҙең ҡымыҙҙы йыл әйләнәһенә ауыҙ итеү мөмкинлеге булһын өсөн, Баймаҡ районында ҡымыҙ киптереү цехы төҙөлә. Ул Рәсәйҙә берҙән-бер һәм уникаль предприятие буласаҡ. Ойошма кешеләрҙән, шәхси хужалыҡтарҙан һәм фермерҙарҙан ҡымыҙ ҡабул итеп, килем алыу мөмкинлек бирәсәк.