Рәсәйҙәге иң ҙур атвобус етештереү заводтарының береһе – Нефаз заводы 4-се быуын автобусын һәм яңы электробус сығара башлаясаҡ. 75 автобустан торған тәүге партия футбол буйынса донъя чемпионаты алдынан Дондағы Ростов ҡалаһына оҙатылды. Рәфис Әнүәров был заводта 15 йылдан ашыу эшләй. Үҙ тәжрибәһендә ул меңдән ашыу автобус йыйыуға үҙ өлөшөн индергән. Бөгөн уның бригадаһы “НефАЗ” заводының яңы – 4-се кузовтағы автобусын ҡора. Яңы быуын автобусы менән берлектә Нефтекама заводы шулай уҡ заманса электробус эшләй. Һуңғы йылдарҙа донъя баҙарында ҙур үҫеш алған был төр транспортына ихтыяж йылдан-йыл арта. Беренсенән ул экологик яҡтан таҙа, икенсенән иҡтисади яҡтан отошло. Хәҙер Нефтекама заводы яңы электробустарҙы Рәсәй һәм күрше ил ҡулланыусыларына тәҡдим итергә йыйына. Әле НефАЗ заводы Мәскәүгә оҙатыу өсөн беренсе партия электробустарын йыя. 2016 йылға тиклем НефАЗ заводы автобус өсөн шассины күрше Татарстандан һатып алһа, хәҙер үҙҙәре эшләй. Был иһә аҡсаны һәм ваҡытты сарыф итмәҫкә ярҙам итә. Завод хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, бер автобусты тулыһынса ҡороу өсөн яҡынса 10 көн ваҡыт кәрәк. Нефаз заводының был цехында буласаҡ автобустың нигеҙе һалына. Тиҙҙән ошондай шассиға салон ҡуйыласаҡ. Һуңынан ул ултырғыс, ишек, тәҙрә, төрлө электр ҡорамалдары менән йыһазландырыласаҡ. Һәм 4-5 көндән автобус файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Бөгөн предприятие Рәсәй пассажирҙар автобусы баҙарының яҡынса 30 процентын биләй. Йылына улар төрлө модификациялағы меңдән ашыу автобустар сығара. Дөйөм алғанда “НефАЗ” автобустары әле Рәсәйҙең 65 төбәгендә пссажирҙар йөрөтә.
Рәсәйҙәге иң ҙур атвобус етештереү заводтарының береһе Башҡортостанда
Тулыраҡ: Рәсәйҙәге иң ҙур атвобус етештереү заводтарының береһе Башҡортостанда