- Франция – донъя чемпионы. Рәсәйҙә футбол буйынса донъя чемпионаты тамамланды. Франция йыйылма командаһының формаһында тағы ла бер йондоҙ барлыҡҡа килде. 20 йылдан һуң футбол беренселегенең төп кубогы йәнә был илгә әйләнеп ҡайтты. Икенсе урында Хорватияның йыйылма командаһы. Финалда тап улар дүрткә ике иҫәбе менән француздарҙан еңелде. Ә бронза — Бельгияла. Өсөнсө урын өсөн улар Англия менән көс һынашты. “Дөйөм алғанда быйылғы донъя чемпионаты юғары кимәлдә үтте. Ойоштороу кимәле менән ғорурланырға була”, тине журналистар менән аралашҡанда Рәсәй президенты Владимир Путин.
- Ҡырым күперенә табан тимер юл һалыу тамамлана. Күпергә тиклемге 800 метрлыҡ арала рельстар шпалға һалынасаҡ.
- Болгария төрлө илдәрҙән туристар ҡабул итергә әҙерләнә. Июль айында уларҙың һаны 7 миллиондан артып китер, тип көтөлә. Былтыр Болгарияға 9 миллион турист килгән. Илдә туризм иң килемле тармаҡтарҙың береһе булып ҡала. Тулайым төбәк продуктының уға 20 проценты тура килә.
- Испанияның Памплона ҡалаһында тар урамдар буйлап үгеҙҙәр йүгереп үтте. Испаниялағы иң сағыу байрамдарҙың береһен ҡарарға тип төрлө илдәрҙән меңләгән турист килгәйне. 18 йәштән уҙған һәр кем энсьеррола ҡатнаша ала. Улар үгеҙҙәрҙән ҡасып 875 метрҙы йүгереп үтергә тейеш.
Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре