Алданған өлөшсөләр ҡасан үҙ йорттарын алыр?

Тулыраҡ: Алданған өлөшсөләр ҡасан үҙ йорттарын алыр?

Өфөлә бөтә республикаға билдәле булған “Меркурий” компанияһын икенсе ойошма исеменә күсереү мәсьәләһе буйынса арбитраж суды үтте. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 300 миллион һумдан ашыу бурысҡа батҡан ойошма 200-гә яҡын ғаиләне ҡыйыҡһыҙ һәм аҡсаһыҙ ҡалдырғайны. Ойошма етәкселәренә бер нисә енәйәт эше ҡуҙғатылды. 80 йәшкә аяҡ баҫҡан Гөлйыһан Айытбаева туғыҙ йылға яҡын үҙ ҡыйығы өсөн көрәшә. Алыҫ Себерҙән тыуған яғына йәшәргә тигән хыял менән ҡайтҡан ханым яңы фатир өсөн ярты миллион һум аҡса һала. Бөтә республикаға билдәле булған “Меркурий” ойошмаһы был урында төҙөлөштө законһыҙ башлаған була. Шул сәбәпле, 160 ғаилә юридик ҡапҡанға эләгә. Төҙөлөп бөтөлмәгән йорт хәҙер ҡарауылһыҙ тора. Урындағы халыҡ әйтеүенсә, тап ошо урынға кискеһен асарбаҡтар йыйыла. Улар йорт эсенә инмәһен өсөн милекселәргә тәҙрәләрҙе рәшәткәләр менән сөйләп ҡуйырға тура килә. 300 миллион һумдан ашыу бурысҡа батҡан ойошмаға яңы идарасы табылған. Уны, тәү сиратта, компанияның финанс мәсьәләһе борсой. Төҙөлөш эшен башлау һәм һатып алыусылар һанын күбәйтеү өсөн аҡса мәсьәләһе ҡамасаулаясаҡ, тип белгертте ул. Яңы фатир алам тип ҡыуанып йөрөгән ғаиләләргә хәҙер туғандарында йә иһә таныштарында һыйынып торорға тура килә. Йылдар буйы суд тупһаһын тапаусылар был мәсьәләнең тиҙерәк хәл ителеүенә ышана. Банкротҡа батҡан ойошмалар һаны бихисап. Республика башлығы төҙөлөш ойошмаларын тәнҡитләп, һуңғыларына банктан кредит алып төҙөргә, йортто тапшырғас ҡына һатыуға сығарырға рөхсәт итергә кәрәк, тине. Рөстәм Хәмитов төҙөлөшкә алдан аҡса йыйыуҙы тулыһынса тыйырға саҡырҙы. Бындай идеялар федераль кимәлдә күптән яңғырай. Бурысҡа батҡан “Меркурий” компанияһын икенсе ойошмаға тапшырыу мәсьәләһе август айына күсерелде.