Ни өсөн торлаҡ файҙаланыу идаралығын алыштырып булмай?

Тулыраҡ: Ни өсөн торлаҡ файҙаланыу идаралығын алыштырып булмай?

Шаҡша биҫтәһендә йәшәүселәр ике йылдан ашыу был эште атҡарып сыға алмай. Мәсьәләне хәл итеү өсөн ойошторолған йәмәғәт советы ла ҡатмарлыҡтарға осраған. Айһылыу Әхмәтғәлиева 24 йыл эсендә йәшәгән йортоноң ҡурҡыныс хәлгә килеүенә зарлана. Торбаларҙан һыу аға, стеналар таушалып бөткән, подъезға инеүе лә хәүефле. Торлаҡ файҙаланыу идаралығына күпме генә мөрәжәғәт итмәһендәр, бер сара ла күрелмәй. Ә түләгән аҡсалары юҡҡа сығып тора. Торлаҡ файҙалыныу идаралығының эшмәкәрлеге кешеләрҙе ҡәнәғәтләндермәгәс, уны алыштырырға ҡарар сығаралар. Тик бында ла граждандар ҡаршылыҡтарға тап була. Билдәһеҙ кешеләр яңы торлаҡ файҙалыныу идаралығына күсергә йыйынғандарҙы төрлө ысулдар менән ҡурҡытырға уйлайҙар, хатта һәр йортта “рейдерҙар баҫып алыуы” тураһында иғландар элеп сыҡҡандар, ти урындағы халыҡ. Уларға ярҙамға Шаҡшаның йәмәғәт советы килә. Бындай мәсьәлә менән инициатив төркөм күптәнән таныш. Күрше генә йортта йәшәүселәр йыл ярым талашып, суд аша ғына был эште атҡарып сыға. Әле Шаҡшала 16 күп ҡатлы йорт идара компанияһын алыштырырға теләк белдергән. Уны тормошҡа ашырыу ниәте менән ғәмәлдәге идаралыҡҡа күпме генә мөрәжәғәт итмәһендәр – һөҙөмтәһеҙ. Идара хеҙмәткәрҙәре төрлө сәбәптәр табып, уларҙың ҡағыҙҙарын кире ҡағып тора. Ә ысынында иһә, дөйөм йыйылыштың протоколы ла етә, ти белгестәр. Торлаҡ файҙалыныу идаралығының йорттарҙы башҡа компанияға бирергә теләмәүҙәре аңлашыла. Хеҙмәтләндергән йорттар күберәк булған һайын, идаралыҡтың килеме лә арта. Әммә йәшәүселәр яҡшыраҡ компанияны үҙҙәре һайларға хоҡуҡлы.