Үлемесле ауырыуҙан дауа

Тулыраҡ: Үлемесле ауырыуҙан дауа

Өфө ғалимдары яман шеште күҙәнәктәр үҫешен кәметеү ысулы менән дауаларға тәҡдим итә. Уларҙың был асышы Рәсәй фәнни фонды грантына лайыҡ булды. Сибек һәм талымлы был күҙәнәктәр һаҡ мөнәсәбәткә мохтаж. Каталитик синтез лабораторияһында уларға тейешле шарттар булдырылған. Стериль таҙалыҡ, ябыҡ бүлмәләр күҙәнәктәрҙе һәләк итер сирҙәрҙәр аралай. Тере кешеләрҙе ҡотҡарыр дарыу уйлап сығарыр өсөн ошо сир һәләк иткән кешенән алынған күҙәнәктәр файҙаланыла. Ғалимдарға уларҙы һатып алыу ҙа, аҫырау ҙа ҡиммәткә төшә. Тәжрибә күҙәнәктәренең бер төркөмө генә 20 мең доллар тора. Бындай төркөмдәрҙең иҫәбе тиҫтәләп һанала. 196 градус һыуыҡ шыйыҡ азотта яман шеш күҙәнәктәре һаҡлана. Туң күҙәнәктәр ламинарҙа иретелә һәм ошо инкубаторға күсерелә. Бында 37 градус йылы һәм 5 процентлы углекислы газ шарттарында уларҙы үҫтерәләр һәм күҙәтеү алып баралар. Химия фәндәре кандидаты Алексей Макаров яман шештән дауа эҙләү менән тиҫтә йыл шөғөлләнә. Өфө фәнни үҙәгенең нефтехимия һәм катализ институты хеҙмәткәрҙәре биологик актив берләшмәләрҙе ҡушып химик матдә алыу буйынса пионерҙар рәтендә, ти ул. Был ысул менән нейротоген сирҙәрҙе дауалау һәм яман шешкә ҡаршы дарыу сығарыу мөмкинлеге тикшерелә. Фәнни эҙләнеүҙәрҙе ойошторған Өфө ғалимдары өсөнсө грант яулаған. Уның күләме 5 миллион һум. Донъяла яман шеш менән көрәшер сараларҙы биологик сеймалдан эҙләү тәжрибәһе бар. Пуэрто-Рико, Япония, Рәсәйҙең Алыҫ Көнсығышында алып барылған эҙләнеүҙәр диңгеҙ ылымыҡтарын файҙаланыуға нигеҙләнә. Өфө ғалимдары ошондай уҡ тәьҫирле дарыуҙарҙы химик сеймалдан яһау маҡсатын ҡуйған. Химик сеймал препаратты күпкә арзаныраҡ һәм тәбиғәт өсөн һаҡсыл итә. Институт хеҙмәткәрҙәренең йәнә бер грантҡа лайыҡ тикшеренеүе лә экология һәм иҡтисад һағына йүнәлтелгән. Ул еңел сәнәғәттә ҡулланылған капролактам етештереүгә ҡағыла. Өфө ғалимдарының ыңғай тәжрибәһе Рәсәй фәнни фонды тарафынан юғары баһа ала. Институттың директоры профессор Владимир Дьяконов фекеренсә тикшеренеүҙәр фундаменталь фән генә түгел ғәмәли медицина өсөн дә мөһим. Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең нефтехимия һәм катализ институты хеҙмәткәрҙәре грант аҡсаһына эҙләнеүҙәрен дауам итә. Кешелек һаулығы өсөн мөһим дарыуҙы етештерә һәм ҡуллана башлау күп йыллыҡ тикшеренеүҙәр һәм асыштарҙан һуң ғына мөмкин.