“Башҡортостандың элиталы орлоҡтары” ауыл хужалығы тауарҙары етештереү кооперативына нигеҙ һалған Шишмә селекция үҙәге белгестәре республикала төбәккә яраҡлаштырылған сорттарҙы үрсетеүгә өҫтөнлөк биреү яҡлы. Ғалимдар менән етештереүселәрҙе берләштергән үҙәктең бурыстары һәм үҫеш мөмкинлектәре менән бөгөн республика башлығы Рөстәм Хәмитов ҡыҙыҡһынды. Тәжрибә делянкаларында юғары уңышҡа өмөт бағлаған культураларҙың һәр ҡайһыһының 6-7 сорты сәселгән. Тәжрибәләр бында оҙаҡ йылдар алып барыла. Шишмә селекция үҙәге етәксеһе ауыл хужалығы фәндәре докторы Әнүәр Шакирйәнов үҫемлектәрҙең һәр береһенең айырым сифаты тураһында ентекләп һөйләй. Ауыл хужалығы бөгөн иҡтисад талаптарына яуап биреүгә йүнәлтелгән. Баҙарҙа юғары кимәл аҡһым менән майлы культуралар ихтыяждан файҙалана. Ғәҙәти борсаҡты маҡтаулы люпин менән сағыштырғанда өҫтөнлөктө тәүгеһе яулай. Аҡһым миҡдары ун берәмеккә аҙыраҡ булған осраҡта ла ул беҙҙең төбәктә йыл да вәғәҙә ителгән уңышты бирә, ти әнүәр Хафиз улы. Республика башлығын тауар етештереүселәр күпләп үҫтерә башлаған трамбэ, рапс һәм етен культураларының сифаттары ла ҡыҙыҡһындыра. Был үҫемлектәр ике өлөшкә – техник һәм аҙыҡ майын биреүселәргә бүленә. Шул уҡ ваҡытта кулинарияла киң ҡулланылған рапсты, мәҫәлән, селекцинерҙар баҙарҙа талап ителгән техник май биреү яғына үҙгәртә ала. Шишмә селекция үҙәгендә сығарылған орлоҡтарҙы Башҡортостан ғына түгел күрше Силәбе, Ырымбур өлкәләре һәм Татарстан хужалыҡтары һатып ала. Бында бөртөклөләрҙең ужым һәм яровой сорттары ла уңышлы тәжрибә үтә. Рөстәм Хәмитов ғалимдарҙың эш шарттары менән ҡыҙыҡһына. Аграр сәнәғәттә тауар етештереү, орлоҡсолоҡ һәм селекция тармаҡтарын бер төрлө кимәлдә алып барыу йәһәтенән хужалыҡтарҙың матди-техник базаһын нығытыу, йәш белгестәр һәм ғалимдарҙы йәлеп итеү һәм продукцияның конкурентлығын тәьмин итеү мөһим, тип белдерҙе Рөстәм Зәки улы. Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Шишмә селекция үҙәге республикалағы ғилми ҡаҙаныштарҙы илдә ғәмәли ҡулланыу буйынса ышаныслы аҙымдар яһай.
Иғтибар үҙәгенә ауыл хужалығы
Тулыраҡ: Иғтибар үҙәгенә ауыл хужалығы