Республика кибеттәрендә һатылған балыҡтың тик 5% үҙебеҙҙә етештерелә. Ни өсөн Башҡортостандың бай йылға-күлдәре буш тора. Евгений ... Өфө янында урынлашҡан быуала шәхси эшҡыуарлыҡ менән 10 йылдан ашыу шөғөлләнә. Ташландыҡ хәлдә булған урында ул бөгөн һаҙан, суртан, табан балыҡ һәм башҡа төр балыҡтар үрсетә. Бөгөн республикала балыҡсылыҡ менән шөғөлләнеү мөмкинлеге булған меңдән ашыу йылға, 456 күл, 16 һыуһаҡлағасы һәм 142 быуа бар. Волга буйы федераль округында республика Һарытау һәм Пенза өлкәләренән ҡалышып балыҡ етештереү буйынса өсөнсө баҫҡыста килә. Башҡортостан һыу ятҡылыҡтарына бай төбәк. Был эш өсөн 510 берәмек һыуһаҡлағысы һәм быуа, 150-гә яҡын гидротехник ҡоролмалманы файҙаланырға булыр ине. Тик гидротехник ҡоролмаларҙың техник документтары булмауы, уларҙы ҡуртымға алыу ҙур проблемаға әүрелә. Был мәсьәләне хәл итер өсөн Башҡортостан ҡануниәтендә ҡуртымға биреү шарттарын йомшартыу-көн талабы. Статистикаға ярашлы бөгөн республикала 7 мең гектар һыу ятҡылыҡтары буш тора. Әгәр ҙә булған күл-быуалар эшкәртелһә унда йылына кәм тигәндә 5 мең тонна балыҡ алырға булыр ине. Ҡыҙғанысҡа Башҡортостан кибеттәрендә һатылған балыҡтын тик 5% ғына үҙебеҙҙә етештерелә. Мәҫәлән, Ҡарман балыҡсылыҡ хужалығы йылына мең ярым тонна балыҡ үрсетә. Шуның ни бары биштән бер өлөшө, яҡынса 300 тоннаһы ғына республикала ҡала. Төбәктә балыҡ үрсетеү тармаған үҫтереү өсөн хөкүмәт яғынан төрлө субсидиялар ҙа ҡаралған. Былтыр уның күләме яҡынса 22 миллион һум булһа, быйыл 25 миллион һум тирәһе. Балыҡсылыҡ менән шөғөлләнергә теләүселәрҙе бөгөн закондарҙың камил булмауы шөрләтә. Шулай ҙа эшҡыуарҙар, балыҡсылыҡ буйынса дәүләт программаларының камиллашыуына өмөт итә. 2017 йылда республиканың балыҡсылыҡ хужалыҡтары 1 мең 910 тонна балыҡ ала. Шуларҙың 1 мең 510 һатыуға, 50 тоннаһы селбәрәләй башҡа һыу ятҡылыҡтарына оҙатыла. Һәм киләһе йылдарҙа был һанды тағы ла арттырырға ниәтләйҙәр.
Һыу бар – балыҡ юҡ
Тулыраҡ: Һыу бар – балыҡ юҡ