Тормош дилбәгәһен үҙ ҡулдарына алғандар

Тулыраҡ: Тормош дилбәгәһен үҙ ҡулдарына алғандар

Иглин районы Пушкинское ауылы халҡы дәүләттән ярҙам көтөп йәшәмәй, ә тормош дилбәгәһен үҙ ҡулдарында ныҡлы тота. Бер нисә йыл юлһыҙ ыҙалағандан һуң уны үҙҙәре төҙөкләндерә башлай. Ауылдарҙа тәртип һәм төҙөкләндереү эштәрен ойоштороу өсөн староста вазифаһын тергеҙеү тураһында һүҙ яңы ҡуҙғатыла башлаған ваҡытта, Пушкинское ауылында йәшәүсе халыҡ берҙәм күтәрелеп юл мәсьәләһен хәл итә. Старосталары ла бар. Тик уны һайлап ҡуймағандар, ә ул үҙ теләге һәм үҙ белдеге менән был эште иңдәренә алған. Ауылдаштары, был беҙҙең староста, тип шаяртып йөрөткән Кирилл Ермиловҡа ни бары 18 йәш. Ә халыҡ уның тәҡдимдәрен хуплап, юлды төҙөкләндереүгә тотонған. Ҡаршы килеүселәр ҙә юҡ түгел, тик улар бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Ауыл урамына тәүге йөк машиналары менән таш килтерелгәс балалар ҙа, ололар ҙа өмәгә сыға. Йәштәрҙең бындай әүҙемлегенә өйрәнмәгән ауыл хакимиәте етәкселәре лә башта аптырашта ҡала һәм бер ни тиклем һөйләшеүҙәр алып барғандан һуң ярҙам итә башлай. Кирилл юл һалыу эшен үҙенең урамында башлай. Ул етәкләгән инициатив төркөм дә Тыныслыҡ урамында йәшәүселәрҙән туплана. Күрше урамдағы ауылдаштары ла тиҙ арала уларҙың артынан эйәрә. Унда әлеге ваҡытта 75 тонна таш килтерелгән. Яҙлы-көҙлө һәм ҡойма ямғырҙар ваҡытында автомобилдәрҙә үтеп булмаҫлыҡ юлдар яйлап сафҡа инә. Тиҙҙән ауыл ситендә мәктәп автобусы өсөн туҡталыш та барлыҡҡа киләсәк. Тик бына ауылға автобус йөрөмәй. Әүҙем һәм хәстәрлекле йәштәр булғанда был мәсьәлә лә мотлаҡ хәл ителер.