Республикала Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы дауыл хәүефе тураһында иҫкәртә

Тулыраҡ: Республикала Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы дауыл хәүефе тураһында иҫкәртә

Бөгөн, 18 июлдә төбәктә елдең тиҙлеге секундына 20 метрға етеүе ихтимал, тип хәбәр итәләр гидрометеорология үҙәгенән. Юлдарҙа томан төшөүе фаразлана. Шуға ла белгестәр алыҫ араларға сыҡмаҫҡа кәңәш итә. Шулай уҡ, йәйәүлеләргә электр сымдарының бағаналары, реклама таҡталары, ағастар эргәһенә яҡын бармау хәйерлерәк.