Башҡортостанда дауыл йорттарҙың ҡыйығын осороп, ағастарҙы йыҡҡан. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәбиғәт ғәрәсәте тураһында алдан уҡ хәбәр иткәйне. Был юлы ҡойон Ишембай районына тура килде. Түбәнге Әрмет ауылында көслө ел бер йорттоң ҡыйығын тулыһынса алып ташлаған, тағы ла бер нисәүһенекен өлөшләтә емергән. 20 гараж һәм йорт-ҡаралты зыян күргән. Ғәрәсәт өс минут эсендә генә шундай ҙур зыян килтереп өлгөрҙө, ти урындағы халыҡ.
Башҡортостанда ҡойон ҡотора
Тулыраҡ: Башҡортостанда ҡойон ҡотора