Бесәнгә ҡытлыҡ

Тулыраҡ: Бесәнгә ҡытлыҡ

Урал аръяғы райондарында быйыл бесән юҡ. Быға яҙҙың һыуыҡ килеүе һәм июнь айында ямғыр яумауы сәбәпсе. Хужалыҡтар көндәр артабан да шулай ҡоро торһа, мал аҙығы булмаҫ тип ҡурҡа. Әбйәлил аграрийҙары был мәсьәләне хәл итеү юлын да тапҡан. Бында әле лә йәйге сәсеү эштәре дауам итә. Хәбәрсебеҙ Закир Шәрипов репортажы.

“Башаҡ” хужалығында баҫыу эштәре ҡайнай. Ауыл эшсәндәре күп йыллыҡ үләндәр яҡшылап үҫмәгәс вика менән һоло ҡатнашлығын сәсә. Көндәр уңай торһа, ул сентябрь айына өлгөрәсәк һәм хужалыҡ ҡышҡылыҡҡа етәрлек мал аҙығы менән инәсәк. Урал аръяғы ауыл хужалығы өсөн ҡырыҫ тәбиғәтле зонаға ҡарай. Бында бер йыл уңыш мул бирһә, һуңынан бер-нисә йыл ҡоролоҡ булыуы мөмкин. Шулай булыуға ҡарамаҫтан хужалыҡтар сенаж һалып өлгөргән. Ҡоролоҡ булыуға ҡарамаҫтан Әбйәлил аграрийҙары 3 мең 400 тонна сенаж һалған. Красная Башкирия хужалығы ғына яңы технология буйынса 1 мең 400 тонна әҙерләгән. Ул сенажды киләһе йылға тиклем сифатлы һәм һутлы һаҡларға мөмкинлек бирә. Өҫтәмә мал аҙығы әҙерләү ниәте менән хужалыҡтар рапс, көнбағыш та сәсә. Бынан тыш, тиҙҙән эспарцет һәм ҡандала үләне, йәғни донник өлгөрәсәк. Улар ҙа сенажға һалынасаҡ. Әбйәлил районында быйыл 6 мең 300 гектар майҙанда күп йыллыҡ үләндәр сәселгән. Шуның 5 мең гектары сабылған. Әлегә район хужалыҡтары 2 мең тонна ғына бесән әҙерләгән. Әммә, ошо көндәрҙә яуған ямғыр ауыл эшсәндәрендә ҙур өмөттәр уята. Ҡайһы бер райондарҙа дымға ҡытлыҡ күҙәтелә. Һөҙөмтәлә, мал аҙығын етерлек кимәлдә әҙерләү хәүеф аҫтында. Эксперттар әйтеүенсә, хәүеф янаған төбәктәр араһында Йәрмәкәй, Бишбүләк, Йылайыр, Хәйбулла райондары бар. Ямғыр яумаһа уларҙа ғәҙәттән тыш хәл тәртибе индерелеүе ихтимал. Быйыл республикала һәр баш малға 30 центнер мал аҙығы әҙерләү бурысы ҡуйылған. Бөгөнгә уның 3-тән 1 өлөшө әҙер. Планды яртылаш үтәгән райондар ҙа бар.