Орфан, йәғни һирәк осраған сирҙәрҙән интеккән кешеләрҙең тормош сифаты һәм ғүмер оҙонлоғо махсус дарыуҙарға бәйле. Был препараттар ҡиммәтле, ә сирлеләр улар менән бюджет иҫәбенә тәьмин ителә. Башҡортостанда ошо маҡсатҡа йыл һайын 800 миллион һум аҡса талап ителә. Әлегә һирәк сиргә дусарҙарҙы дарыуҙар менән тәьмин итеү бурысы бары 353 миллион һумға үтәлгән. Бындай хәл илдең бар субьекттарына ла хас. Рәсәй сенаторҙары граждандарҙы льготалы дарыуҙар менән тәьмин итеүҙе төбәк ҡарамағынан федераль кимәлгә күсерергә тәҡдим итә. Республика хөкүмәтендә Федерация Советы комитеты рәйесе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова ошо мәсьәлә буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Рәсәйҙә орфан сирле кешеләр һаны 17 мең. Ауырыуҙар исемлегендә иһә 24 атама. Шуларҙың биш төрлөһөнә дусарҙар 2130 булһа, дөйөм һандың 1583-ө – балалар. Башҡортостанда был һан 434-кә 226.
Орфан ауырыуҙарҙан интеккәндәргә ярҙам
Тулыраҡ: Орфан ауырыуҙарҙан интеккәндәргә ярҙам