Сиклектә үҙ көнөн таба

Тулыраҡ: Сиклектә үҙ көнөн таба

Ағиҙел ҡалаһының элекке башлығы Салауаттағы 16-сы холоҡ төҙәтеү колонияһында яңы профессияны үҙләштерә. Ул бер-нисә йыл элек айырыуса ҙур күләмдә ришүәт алған өсөн 5 йылға иркекнән мәхрүм ителә. Был видео кадрҙар бер-нисә йыл элек Ағиҙел ҡалаһында төшөрөлә. Унда беҙҙең телерадиокомпания хеҙмәткәрҙәре ул ваҡыттағы ҡала башлығы Олег Крысин менән республиканың иң бәләкәй ҡалаһының эшмәкәрлеге менән таныша. Хәҙер инде экс-мэр Салауат ҡалаһындағы 16-сы холоҡ төҙәтеү колонияһында маргарин етештереү менән шөғөлләнә. Айырыуса ҙур күләмдә ришүәт алған өсөн Олег Крысин 5 йылға иректән мәхрүм ителә. Һәм теүәл бер ай элек Салуаттағы 16-сы колонияла маргарин етештереү буйынса цехты етәкләй. Маргарин етештереү буйынса цех Волга буйы федераль округы колонияларында икәү генә. Береһе Салауатта булһа, икенсеһе иһә Силәбе ҡалаһында урынлашҡан. Элекке ҡала башлығы Олег Крысин тәүҙә аралашыуҙан баш тартһа ла, һуңынан әңгәмәләшергә ризалыҡ белдерҙе. Бөгөн республика калонияларында ҡасандыр юғары вазифалар етәкләгән тиҫтәләгән замандашыбыҙ бар. Хоҡуҡ һаҡлаусылар белдереүенсә, ситлектә бөтә хөкүм ителеүселәр бер. Шуға күрә законды боҙор алдынан, туғандарың, яҡындарың тураһында уйлау, үҙ көсөңдө иректә,дөрөҫ йүнәлештә ҡулланыу күпкә хәйерлерәк.